Шайморатовсылар ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш?

Киләсәк быуын вәкилдәрен нисек тәрбиәләргә? Легендар комдив исемен йөрөткән класта уҡыусылар нисек кейенә? Ошо һорауҙарға Миңлеғәле Шайморатов кластары уҡытыусылары яуап эҙләне.

Бөгөн баш ҡалаға төрлө райондарҙа эшләүсе мөғәллимдәр стратегик сессияға йыйылды. Улар уҡытыу алымдарынан алып кейем төрҙәренә тиклем фекер алышасаҡ. Сөнки Шайморатовсылар хәҙер матур костюмдар кейеп йөрөүселәр генә түгел, ә тотош бер күләмле хәрәкәткә әйләнде. Әгәр 2020 йылда махсус кластар барлыҡҡа килһә, быйыл улар һаны 92-гә етте.