Эшлекле программа төрлө осрашыуҙар, панель дискуссиялар, илдең социаль-иҡтисади үҫеше мәсьәләләре буйынса түңәрәк өҫтәлдәрҙә ҡатнашыуҙы үҙ эсенә ала.
Рәсәй төбәктәрендә инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингы һөҙөмтәләрен презентациялау форум майҙансығында төп ваҡиғаларҙың береһе. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2021 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан икенсе тапҡыр рәттән бишенсе урын алды. Республика Башлығы эшлекле программа сиктәрендә Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең алдынғы компаниялары етәкселәре менән осрашасаҡ, шулай уҡ бер нисә стратегик һәм инвестиция килешеүҙәренә ҡул ҡуйыуҙа ҡатнашасаҡ.
Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Республика стенды Башҡортостандың инвестиция, туристик, сәнәғәт һәм фәнни-мәғариф потенциалы менән таныштыра. Ул 390 квадрат метр майҙанды биләй һәм функциональ зоналарға бүленгән. Атап әйткәндә, бында пилотһыҙ авиация өлкәһендәге ҡаҙаныштар, шул иҫәптән БАС-200 осоу аппараты тәҡдим ителә. Шулай уҡ майҙансыҡта «Берлога» милли киберфизик платформаһы һәм республиканың башҡа проекттары тәҡдим ителә. Стендтың мультимедиа панелдәрендә «Муха» студияһы төшөргән «Төньяҡ амурҙары» яңы мультипликация фильмы күрһәтелә.