Уларға Рәсәйгә ҡайтыу өсөн таныҡлыҡ биреләсәк. Көслө яуым-төшөм Гагра ҡалаһындағы берҙән-бер юлды йыуған. Был транспорт хәрәкәтен туҡтатҡан, кешеләргә самолеттарға өлгөрөү өсөн аэропортҡа йәйәү барыуҙан башҡа сара ҡалмай. Яҡташыбыҙҙы ҡайтарыу мәсьәләһе махсус контролдә тотола. Был турала Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева белдерҙе.
Әле Абхазия Республикаһы президенты хакимиәте менән бәйләнеш урынлаштырылған. Зыян күргән өс өлкән кеше һәм ете бала бәйләнешкә сыҡҡан. Уларҙың ғүмеренә һәм һаулығына хәүеф янамай. Илселек вәкиле зыян күреүселәр менән осрашҡан, документтар әҙерләй. Яҡын арала яҡташтарыбыҙ яңы документ алып, мөмкинлек булыу менән өйҙәренә ҡайта аласаҡ. Бынан тыш, Абхазия президенты бойороғо буйынса һәр ғаиләгә 100-әр мең һум компенсация түләнә, тине Маргарита Болычева.