Туймазы һәм Белорет райондарында үлемесле авариялар теркәлгән

Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре Туймазы һәм Белорет райондарында теркәлгән үлемесле аварияларҙың сәбәптәрен асыҡлай.

Серафимовка-Түбәнге Троицк юлында «Ауди» автомобиленең 29 йәшлек водителе идара итеү һәләтен юғалта. Авария һөҙөмтәһендә 31 йәшлек пассажир алған йәрәхәттәрҙән һәләк була. Водитель үҙе дауаханаға оҙатылған. Ирҙең водитель таныҡлығы булмауы билдәле. Уның эскән булыу-булмауын билдәләү өсөн химик-токсикологик тикшереүгә анализ алынған.

Үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы Белорет райоында ла теркәлгән. Белорет - Учалы - Мейәс трассаһының алтынсы километрында «Опель Астра» «Фольксваген Транспортер» фургоны менән бәрелешкән.

Транспорт сараларында бөтәһе 9 кеше ултырған була. Уларҙың бишәүһе, шул иҫәптән ике бала дауаханаға оҙатылған. Бер кешенең ғүмере өҙөлгән.