«Башҡорт ихаталары» республика программаһы ярҙамында ҡалала ихаталар төҙөкләндерелә. Быйыл 35-се микрорайондағы йорт биләмәләре менән Баҡса ҡулсаһындағы ихата биләмәһе яңырыу кисерә. Төҙөкләндереү ваҡытында ихаталағы юлды ремонтлау, парковка урындарын арттырыу, тротуарҙарҙы, балалар һәм спорт майҙансыҡтарын төҙөкләндереү, яҡтыртыу ҡоролмалары ҡуйыу ҡарала. Эште 1 сентябргә тамамлау планлаштырыла, әммә компания ваҡытынан алда йомғаҡлауы ла ихтимал.
2019 Йылда Радий Хәбиров башланғысы менән старт алған программа үҙенең һөҙөмтәлелеген күрһәтте. Республикала 1120 ихата төҙөкләндерелгән, ошо маҡсатта 5 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән.
Проект буйынса хәүефһеҙ резина япмалы балалар һәм спорт майҙансыҡтарын төҙөкләндерелә, эскәмйәләр һәм урналар ҡуйыла, ихаталар йәшелләндерелә, яҡтыртыла һәм асфальт түшәлә. Быйыл тағы ла 206 бәләкәй ҡала ихатаһы тәртипкә килтереләсәк, уларҙың 57 - Өфөлә.