Фольклор байрамы меңле ырыуы башҡорттарына хас булған уйын-йолаларҙы, ярыштарҙы тергеҙеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Унда теләге булған һәр кем ҡатнаша ала.Программала ат сабышы, ылаҡ, милли көрәш, төрлө конкурстар, фольклор коллективтарҙың һәм яңғыҙ башҡарыусыларҙың сығыштары ҡаралған. Фестиваль сиктәрендә традицион уҡтан атыу буйынса «Мәргән уҡсы» турниры уҙа. Бынан тыш, биҙәү-ҡулланма ижады оҫталарының әйберҙәрен туплаған күргәҙмә эшләйәсәк.