Уҙған төндә Өфөнөң Октябрь проспектындағы фатирҙарҙың береһендә янғын сыҡҡан

Уҙған төндә дежур бүлеккә Өфөнөң Октябрь проспектындағы фатирҙарҙың береһендә янғын сығыуы тураһында хәбәр килә. Ваҡиға урынына ашығыс рәүештә ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көстәре һәм саралары еберелә.

Улар килеүгә күп фатирлы йорттоң өсөнсө ҡатындағы фатирҙы ут ялмап алған була. 23 кеше үҙаллы эвакуациялана. Хеҙмәткәрҙәр оло йәштәге ҡатынды ҡотҡара. Ашығыс медицина ярҙамы бригадаһы бәләгә тарыусыны Өфөнөң 21-се ҡала клиник дауаханаһына оҙата. Янғын 15 минут эсендә һүндерелә. Ут фатир бүлмәһенә һәм балконға ҙур зыян килтерә. Янғын сәбәптәре асыҡлана.