Йәйге каникулда ҡайҙа ваҡытлыса эш табырға мөмкин? 14 йәштә күпме эш хаҡы түләнә? Эшкә алынғанда, әңгәмәлә үҙеңде нисек тоторға? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуаптар баш ҡалала өсөнсөгә ойошторолған «Хеҙмәт фестивале»ндә ҡатнашыусы үҫмерҙәргә бирелде. Йәштәр эш биреүселәр менән саф һауала күҙгә-күҙ әңгәмәләшеп, хеҙмәт шарттары менән танышты. Фестиваль барышын БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина күҙәтте.
«Айсек» йәштәр ойошмаһына инер өсөн, бәлиғ булыу - мотлаҡ шарт. Ундағы әүҙем йәштәр халыҡ-ара проекттарҙа ирекмән булып ҡатнаша, сит илдәргә сәйәхәткә сыға. Сәфәрҙәр картаһында Европа илдәре лә, Азия төбәктәре лә бар. Стажировка түләнә. Ә бына «Рәсәй студенттары отряды» сафына 14 йәштән баҫырға була. Йәшерәктәр ирекмән булһа, ә студенттар ойошмала уҡыу үтеп, вожатый, официант, поезда проводник булып эшләй ала. Уртаса эш хаҡы 25 мең һум.
Ирекмән, һатыусы, иретеп-йәбештереүсе, слесарь, оператор - «Хеҙмәт фестивале»ндә йәштәр өсөн вакансиялар исемлеге киң. Эш биреүселәр үҫмерҙәрҙе уҡытып алырға, һөнәр нигеҙҙәренә өйрәтергә әҙер. Йәш кадрҙар ҡиммәтле. Ә йүнәлеш менән билдәләнгәндәр урында уҡ резюме әҙерләй алды. Фестивалдә хатта, уның өсөн фотоға лә төшөргә мөмкин ине.
Майҙанда эшкә урынлашҡанда әңгәмәне уңышлы үтеү серҙәре лә өйрәтелә Резюмены ятларға, компания эшмәкәрлеген өйрәнергә, бөхтә кейенергә. Иң мөһиме - тулҡынланмаҫҡа. Йәштәргә был кәңәштәрҙе тормошта ҡулланырға ғына ҡала.
Рәзилә Ғиниәтуллина