Радий Хәбиров Башҡортостан өсөн ПМЭФ-2023 яҡынса йомғаҡ яһаны

Петербург Халыҡ -ара иҡтисади форумында Стратегик башланғыстар агентлығының Инвестиция мөхите торошо милли рейтингы һөҙөмтәләре иғлан ителде. Мәртәбәле рейтингта Башҡортостан 4-се урынға күтәрелде. Форумда Ил Президенты Владимир Путиндың сығышы ла Рәсәйҙә бизнес алып барыуҙы еңелләштереү, үҙебеҙҙең эшҡыуарҙарға шарттар булдырыу, үҙаллы, әүҙем иҡтисади сәйәсәт алып барыу һорауҙарына бәйле булды. Артабан БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким репортажында.

Стратегик башланғыстар агентлығының Инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингы һөҙөмтәләрен форумда ҡатнашыусылар тулҡынланып көтөп алды. Төбәктең инвестиция климатын, эшҡыуарлыҡ тармағы үҫешен, финанстар йәлеп итеү һәләтен күҙ уңында тотҡан рейтингта Башҡортостан быйыл 4-се урын яуланы. Һуңғы ике йылда республика 5 урынды тотороҡло һаҡлап килеп инвестициялар менән эш алып барыу йүнәлешендә юғары күрһәткестәргә иреште.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров эшлекле программа сиктәрендә Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең алдынғы компаниялары етәкселәре менән осрашты. Илдә киберфизик майҙанды үҫтереүгә бағышланған ултырышта төбәк етәксеһе «Берлога « милли платформаһының йәш быуынды тәрбиәләүҙә әһәмиәтен билдәләне. Балаларҙа дөрөҫ ҡиммәттәрҙе тәрбиәләү маҡсатында ойошторолған файҙалы уйынды ҙур аудиторияға таратыу бурысы ҡуйылды.

Башҡортостанда туризм тармағын үҫтереү - төбәккә инвестициялар йәлеп итеүҙең бер өлөшө. Был йүнәлештә республикала юл буйы сервисын камиллаштырыуға төплө иғтибар бүленә. Төбәктә ғәмәлгә ашырылған проектҡа ярашлы, юл комплекстары төҙөүселәргә дәүләт ярҙамы ҡаралған - улар субсидиялар менән файҙалана, объектты төҙөү өсөн ер участкаһын ташламалы хаҡ менән ала.

Бизнес-спринт федераль проекты сиктәрендә Башҡортостанда спорт объекттарын төҙөү өсөн миллиард һум аҡса йәлеп ителгән. Форумда онлайн бәйләнеш аша Өфө, Нефтекама ҡалаларында сафҡа инәсәк Амфибия, Мед, Физра -Р спорт үҙәктәре төҙөлөшөнә старт бирелде. Сарала Рәсәй спорт министры Олег Матыцин ҡатнашты.

Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында ҡатнашыусылар республика стендында Башҡортостандың инвестиция, туристик, сәнәғәт һәм фәнни-белем биреү ҡеүәте менән танышты. 390 квадрат метр майҙанда функциональ зоналарға бүленгән үҙенсәлекле стенд юғары баһаланды. Башҡортостан делегацияһы ҡуйылған маҡсаттарға ирешеп форум һөҙөмтәләрен билдәләне

Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Ил Президенты Владимир Путин сығышы ла Рәсәйҙә бизнес алып барыуҙы еңелләштереү, үҙебеҙҙең эшҡыуарҙарға шарттар булдырыу, дуҫлыҡ мөнәсәбәттәре бәйләгән дәүләттәр менән хеҙмәттәшлекте киңәйтеү юлдарына ҡоролдо.

Владимир Путин үҙаллы, әүҙем иҡтисади сәйәсәт алып барыу өсөн уҡыу йорттарының кадрҙар әҙерләү мәсьәләһенә туҡталды. Университеттарҙың һөҙөмтәлелеге сығарылыш студенттарының эшкә урынлашыу күрһәткестәре, белгестәргә хеҙмәт баҙарында ихтыяж артыуы менән баһаланасаҡ тип билдәләнде.

Ф. Ким