Баш ҡалала Салауат Юлаевҡа арналған кисә үтте

Мәкәрим Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн республика махсус китапханаһында шағир-импровизатор, яугир-полководец, башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаевҡа арналған кисә үтте.

Сараны ойоштороусы китапханасылар брайль алфавиты менән баҫтырылған китаптар, брошюра, аудиофраматта ижад ителгән китап аша милли геройыбыҙҙың ижады: мөхәббәт лирикаһы, тыуған илгә, тәбиғәткә, яу юлдарына арналған шиғырҙары хаҡында мәғлүмәт бирҙе, 1773-1775 йылдарҙағы крәҫтиәндәр хәрәкәтендә үткән юлы тураһында һөйләне. Сарала ҡатнашыусылар Салауат Юлаевтың биографияһы, тормош юлы, ижады, милли азатлыҡ өсөн көрәш йылдары менән яҡындан танышты.