Татлы уңыш күләменә йылы апрелдән һуң май айындағы ҡырауҙар эҙһеҙ үтмәгән. Иртә өлгөрөүсе сорттарҙың 80 проценты юҡҡа сыҡҡан. Һуңыраҡ өлгөрөүсе сорттар хәлде ҡотҡарып ҡалды, ти татлы бизнес менән шөғөлләнеүселәр.
Ҡырау тейгән еләктәр башҡаларынан айырылып тора. Улар ҡатыраҡ, шулай ҙа тәме татлы. Былтыр был баҫыуҙан көнөнә 4 мең килограмм еләк йыйылһа, быйыл алты тапҡыр әҙерәк.
Урта һәм һуң өлгөргән сорттар һаҡланып ҡалған. Европанан килтерелгәненә ҡарағанда, үҙебеҙҙең илдә сығарылған сортлыһы һыуыҡты яҡшы үткәргән.
Татлы бизнеста династиялар менән шөғөлләнәләр. Шулай уҡ 200 шәхси хужалыҡта баҡса еләге үҫтерелә. Төбәктә бөтәһе 36 төрлө сорт уңыш бирә.
Еләк баҫыуҙарында уңышты йыйыуҙың ҡыҙған мәле. Шарндар татлы байрам да ойоштормаҡсы. 24 июндя районда гастрономия фестивале уҙасаҡ. Килеүселәргә оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә, фотозона эшләйәсәк, еләкле сюрприздар көтөлә.
Рәмилә Исмәғилева