«Көмөш шишмә» микрорайоны эргәһендә һалынасаҡ спорт комплексына бөгөн тәүге нигеҙ ташы һалыу тантанаһы үтте. Сарала илдең төньяҡ баш ҡалаһында барған иҡтисади форумда ҡатнашыусы республика етәкселеге менән тура видеобәйләнеш ойошторолдо.
порт комплексы волейбол, баскетбол менән уйнау, гимнастика менән шөғөлләнеү өсөн тәғәйенләнә. Халыҡҡа бушлай шөғөлләнеү өсөн социаль сәғәттәр булдырыу күҙаллана. Комплекс федераль, республика ҡаҙнаһы һәм инвестор бүлгән сығым ярҙамында һалына.Төҙөлөш июлдә башлана. Объект киләһе йыл Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейын билдәләгәндә файҙаланыуға тапшырылыр тип көтөлә.