Баймаҡта торлаҡ-коммуналь хужалығы өлкәһендә һөнәре буйынса иң яҡшы хеҙмәткәрҙәр билдәләнде

Конкурста көньяҡ-көнсығыш төбәктән ете команда ҡатнашты. Ентекләберәк, киләһе видеояҙмала.

Әбйәлил районының махсус коммуналь хеҙмәт күрһәтеү ойошмаһында электрик булып эшләгән Фәнил Фәтҡуллиндың хеҙмәт стажы -25 йыл. Был һөнәргә ҡыҙыҡһыныу уға ошо өлкәлә эшләүсе атаһынан күсә.

Торлаҡ-коммуналь хужалығы өлкәһендә иң яҡшы хеҙмәткәр конкурсы Баймаҡта икенсе йыл рәттән уҙғарыла. Барлығы ете йүнәлеш буйынса һөнәр оҫталары - иретеп йәбештереүселәр, слесарь-сантехниктар, электриктар,тракторсылар, урам һепереүселәр, ҡаҙанлыҡ операторҙары һәм төҙөкләндереү буйынса мастерҙар һынау тотто.

Конкурста көньяҡ-көнсығыш төбәк райондарынан 47 белгес үҙ оҫталыҡтарын һынаны. Тәүге өлөштә улар теоретик һорауҙарға яуап бирһә, икенсеһендә үҙ белемдәрен практикала ҡулланды.

Торлаҡ- коммуналь хужалығы хеҙмәткәрҙәренең эше -баһалап бөткөһөҙ. Сөнки халыҡ көнкүрешендәге именлек тап уларҙың ҡулында. Һөнәри конкурс һөҙөмтәләре буйынса, беренселекте Баймаҡ ҡалаһы командаһы яуланы, икенсе урында - Белорет районы, өсөнсөнө- Учалы менән Әбйәлил райондары бүлеште. Шулай уҡ һәр йүнәлеш буйынса еңеүселәр билдәләнде.

Альбина Байегетова