Өфөлә мәшһүр артист Хәмит Яруллинға мемориаль таҡтаташ асылды

Танылған сәхнә оҫтаһы һәм остаздың исеме мәңгеләштерелде. Бөгөн Өфөлә Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Хәмит Яруллинға мемориаль таҡтаташ асылды. Ул шәхес оҙаҡ йылдар йәшәгән Пушкин урамындағы 52-се йортҡа ҡуйылды. Сарала актерҙың балалары, туғандары, яҡташтары һәм коллегалары ҡатнашты. “Хәмит Ғатаулла улы сәхнәлә оҫта артист, тормошта ябай һәм итәғәтле кеше булды”, - ти республиканың театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Әхтәм Абушахманов.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Хәмит Яруллин оҙаҡ йылдар Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында эшләне. Режиссер булараҡ та танылыу яуланы. “Юлдаш” радиоһының алтын фондында актер уҡыуында байтаҡ әҙәби әҫәрҙәр һаҡлана.