Радий Хәбиров инвестицияларҙы йәлеп итеү тәжрибәһе менән уртаҡлашты

 Башҡортостан Башлығы Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумы барышында ТАСС агентлығына интервью бирҙе. Былтыр 512 миллиард һум инвестиция йәлеп ителгән. Радий Хәбиров билдәләүенсә, киләсәктә санкциялар эҙемтәләрен кәметеү өсөн инвесторҙарға яңы шарттар тәҡдим ителде. Программа 1 июлдән ғәмәлгә инә. Уға ярашлы проектҡа өҫтөнлөклө статус алыу тәртибе ябайыраҡ була. Ҡуртымға ер биреү шарты ла еңеләйҙе. Бынан тыш, инвестиция йәлеп иткән эшҡыуарҙарға һалым ташламалары һаҡлана һәм субсидиялар бирелә.