Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының семинар-кәңәшмәһе ойошторола

     Ҙур йыйын 21-22 июндә Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатында уҙа, тип белдерәләр Мәғариф һәм фән министрлығынан. Унда Силәбе, Ырымбур, Ҡурған, Һамар өлкәләре, Татарстан, Пермь крайы һәм Ҡаҙағстандан вәкилдәр ҡатнашыуы көтөлә. Семинарҙа башҡорт телен өйрәтеү һәм уҡытыуҙа яңы алымдар менән таныштыралар, тәжрибә уртаҡлашыу һәм фекер алышыуҙар була, килешеүҙәргә ҡул ҡуйыла.