Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә 27 июнде лә ял көнө итергә тәҡдим итә. Был ҡарар киләһе аҙанала 10-сы Рәсәй һәм Белоруссия төбәктәре форумы менән бәйле. Күләмле сара уҙасаҡ ҡала үҙәгендә бер нисә урамда транспорт хәрәкәте сикләнде. Бөгөн үк баш ҡалала автомобиль тығындары күҙәтелде. Ял көндәре булһа транспорт көсөргәнешлеге бер аҙ кәмейәсәк, тип иҫәпләй властар. Тулыраҡ Айнур Кәбиров репортажында.
Автомобилдәр сәғәтенә илле метр тиҙлек менән елдерә. Көсөргәнешлектән транспорт хәрәкте бөтөнләй туҡтаны тиерлек. Өфө үҙәгендә юлдар ябылыуына береһе лә әҙер булмай сыҡты. Ә бит ошондай тығындарҙың 3 июлгә тиклем дауам итеүе ихтимал. Хөкүмәт премьер-министры хәлде нисектер көйләү юлдарын барларға саҡырҙы.
Андрей Назаров форумды уҙғарыу ваҡытына тура килгән Ҡорбан байрамын да ике көнгә һуҙырға тәҡдим итте. Был тәжрибә күләмле форумдар ваҡытында күптән ҡулланыла һәм һөҙөмтә бирә. Был юлы ла 27 июнде ял көнө тип иғлан итеп баш ҡала үҙәген бушытыу ҡарала. Ләкин бының өсөн 24 июнь, шәмбе көнө эшкә сығырға тура киләсәк.
Рәсәй һәм Белоруссия төбәктәре форумы ысынлап та күләмле һәм әһәмиәтле сара. Мәскәү, Санкт-Петербург һәм Сочиҙан ҡала Өфө был сараны ҡабул итеүсе дүртенсе төбәк. Республикаға өс меңдән ашыу ҡунаҡ килеүе көтөлә. «Торатау» конгресс-холы тирәләй форумдың эшлекле өлөшө, күргәҙмәләр ойошторолһа, мәҙәни өлөшө Ленин паркында үтә. Шуға күрә Зәки Вәлиди урамында Совет урамынан алып транспорт хәрәкте сикләнә.
Властар халыҡты был форумға аңлы рәүештә ҡарарға саҡыра. Сөнки хәҙерге шарттарҙа Белоруссия Башҡортостандың төп стратегик партнеры һанала. Тап ошо йыйынға төбәктең артабанғы иҡтисади үҫеше лә бәйле.
Форумды ойоштороусылар ҙа халыҡтың хәленә инергә һүҙ бирҙе. Транспорт хәрәкәтен көйләү өсөн альтернатив юлдар барлана.
Айнур Кәбиров