Яңы һәм заман тапаптарына яуап биргән медицина учреждениеһы район дауаханаһы эргәһендә урынлашасаҡ. «Сәләмәтлек» милли проекты сиктәрендә төҙөлгән объектта эш барышы менән БЮТ ижади төркөмө лә танышты. БЮТ хәбәрсеһе Гүэәл Борханова репортажы.
Ҡырмыҫҡалыла балалар поликлиникаһы ике ҡатлы бинала урынлашасаҡ. Төҙөлөш эштәрен башҡарыусы намыҫһыҙ подрядсылар алмаштырылған. Яңы подрядсыларға дәүләт стандарттарына яуап бирмәгән бинаның нигеҙен һүтеп ташлап, өр-яңынан ҡорорға тура килгән. Балалар поликлиникаһы төҙөлөшө былтыр 12 декабрҙән яңынан башланған.
Әлеге ваҡытта балалар консультацияһы белгестәре хәрби комиссариат менән бер ҡыйыҡ аҫтында ҡулайлаштырылған бинала бәләкәй пациенттарҙы ҡабул итә. Район дауаханаһы күршеһендә төҙөләсәк яңы балалар поликлиникаһы сафҡа инеүен балалар табибтары ла, ата-әсәләр һәм балалар үҙҙәре лә түҙемһеҙләнеп көтә.
Яңы төҙөлгән медицина учреждениеһы заман талаптарына яуап бирәсәк. Унда ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡабул итеү һәм ҡарау боксы, амбулатория кабинеттары, кисектергеһеҙ медицина ярҙамы блогы ла төҙөләсәк. Әлеге ваҡытта обьектта инженер селтәрҙәренең яртыһы ҡоролған, һыу торбалары һуҙылған, йылылыҡ трассаһы үткәрелә, тиҙҙән канализиация эшләнәсәк.
Төҙөлөш майҙанында туҡтауһыҙ эш бара. Бина каркастарын ҡорау тамамланыу менән , төҙөүселәр эске биҙәү эштәренә тотонасаҡ. Ә район өсөн мөһим социаль обьект йыл аҙағына файҙаланыуға тапшырыласаҡ тип күҙалллана. .
Ҡырмыҫҡалы ауылында балалар поликлиникаһы «Сәләмәтлек» милли проекты буйынса төҙөлә. Әлеге ваҡытта төҙөүселәр бина каркасына бетон ҡоялар. Монолит эштәре 15 июлгә тамамланасаҡ тип күҙаллана.
Гүзәл Борханова