Стәрлетамаҡ умартасыларын һуңғы өс тәүлектә ошо һорау борсой. Райондың бер нисә ауыл биләмәһендә нәҙекәйбилдәрҙең күпләп һәләк булыуы күҙәтелә.
Татлы миҙгел башланды тигәндә, умартасы Юрий Пуркастың күҙенән әсе күҙ йәштәре тәгәрәй. Пенсионерҙың күҙ төбәп торған умарталығы юҡҡа сыҡҡан. Бал ҡорттары ҡырыла, уларға ярҙам итеп булмай, тип борсола умартасы
Стәрлетамаҡ районы Константиновградовка биләмәһенә ҡараған барлыҡ ауылдарҙа ла шул уҡ хәл күҙәтелә.
Умартасылар бал ҡорттарына төшкән үләттең сәбәбен рапс баҫыуҙарында күрә. Ауылдар тирәһендә «Урожай» предприятиеһы мең гектар самаһы майҙанда был майлы культураны сәскән. Яңыраҡ унда ҡоротҡостарға ҡаршы эшкәртеү үткәрелгән.
«Урожай» предприятиеһы Ҡырмыҫҡалы, Ауырғазы, Стәрлетамаҡ райондары баҫыуҙарын эшкәртә. Рапс культураһын да беренсе йыл ғына ултыртмай. Шуға ла умартасыларҙы иҫкәртеү май айынан уҡ башланды, тип билдәләй хужалыҡтың баш агрономы Нияз Закирйәнов. Район гәзиттәрендә иғландар баҫылған, умартасыларҙың чаттарына мәғлүмәт бирелгән.
Бал биргән сәскәләрҙең дә быйыл аҙ булыуы бал ҡорттарының рапс баҫыуҙарына ҡуныуына юл асҡан. Стәрлетамаҡ районындағы был осраҡ Ауыл хужалығын күҙәтеү федераль хеҙмәте идаралығы иғтибарында. Инспекторҙар тупраҡ һәм ҡырылған бал ҡорттары өлгөләрен тикшереүгә алды.
Рафиҡ Әхмәтшин