Бөрйән ырыуы Бөрйән районына ҡорға йыйылды

Сарала Башҡортостандың төрлө райондары делегациялары ҡатнашты, сөнки был ырыу вәкилдәре республиканың төрлө төбәктәрен төйәк иткән. Йыйында йәмәғәт ойошмаһының советы һайланды, уставы, гербы, гимны һайланды. Бөйрәндәрҙең уңыш-маҡсаттары хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Бөрйән районы үҙәге бөрйән ырыуы вәкилдәре менән тулы. Делегациялар Башҡортостандың тиҫтәләгән төбәгенән килгән. Төрлө ырыуҙарҙың йыйыны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән ойошторола.

Ырыуҙар йыйынында телде, милли-мәҙәни хазиналарҙы һаҡлау, үҫтереү буйынса көнүҙәк проблемалар күтәрелде, уларҙы хәл итеү юлдары барланды.

Бөрйән районында бөрйән ырыуы вәкилдәре ла байтаҡ. Хужалар әйтеүенсә, һуңғы иҫәп алыу һөҙөмтәләре буйынса төбәктә йәшәгән халыҡтың 97 проценты башҡорттар, демографик яҡтан да үҫеш күҙәтелә.

Сара ҡунаҡтары бөрйән ырыуы тарихи үтәкненә арналған театрлаштырылған тамаша ҡараны, күренекле шәхестәрҙең тормош юлы, хеҙмәттәре менән танышты. Йыйын йыр-моңға ла, файҙалы мәғлүмәттәргә лә бай булды.

Йыйында бөрйән ырыуының уставы, гербы, гимны раҫланды, ҡор башлығы һайланды. Яуаплы вазифа Марсель Ғүмәровҡа йөкмәтелде.

Бөрйән ырыуы йыйынында халыҡ оҫталарының ошо ерлеккә генә хас кәсеп-шөғөлдәре күрһәтелде. Үҙенсәлекле сергетыш, ҡорама, милли кейем, биҙәүестәр, тормош-көнкүреш әйберҙәренән, сувенирҙарҙан, картиналарҙан күргәҙмә ойошторолдо. Ауыл, ғаилә тарихын барлап төҙөгән шәжәрә ағастары ла ҡунаҡтарҙың юғары баһаһын алды.

Рәмзиә Кәримова