Һабантуйҙар гөрләй! Бәләбәй ҡалаһында ла халыҡ байрамы үтте. Сарала аграрийҙар, игенселәр тәбрикләнде, ат сабыштары, милли уйындар ойошторолдо. Майҙанға урындағы халыҡ ҡына түгел, төрлө тарафтарҙа йәшәүсе яҡташтар йыйылды. БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.
Елдәй елгән һыбайлыларға ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел. Юртаҡ аттар, ҡыйыу ир-егеттәр, дәртле көйәрмәндәр. Көсөргәнешле бәйге - барыһына ла матур тамаша бүләк итте.
Ат сабышын һыбайлылар үҙҙәре лә көтөп ала Иң тәжрибәле ҡатнашыусыға 71 йәш. Быйыл да һабантуйҙар башланыу менән ул бер-нисә ярышта көсөн һынап, урындар яулап та өлгөргән. Был юлы Нәзиф Зәйнуллин улы менән уҙышты.
Бәләбәй районында йәшәүсе төрлө милләт вәкилдәре үҙҙәренә генә хас кейем-биҙәүестәре, ҡабатланмаҫ мәҙәниәт һәм мул аш-һыуҙарын тәҡдим итте. Рус, татар, сыуаш, марый, мордва халыҡтары ... һабантуйға барыһы ла етди әҙерләнгән. Башҡорт тирмәһе лә милли колоритлы утрауға әйләнде. Ул йылдағыса Бәләбәй гимназия-интернаты хеҙмәткәрҙәре тарафынан ҡоролған.
Шишмәләр төйәгендә үткән һабантуйға төрлө тарафтарҙа йәшәүсе яҡташтар йыйылды. Байрамға республиканың клиник инфекция дауаханаһы баш табибы ла килгәйне. Азат Мөнир улы Приютов ҡасабаһы менән Бәләбәйҙә мәсет төҙөүҙә, һыу ятҡылыҡтарының сифатын тикшереүҙә үҙ өлөшөн индергән.
Йола буйынса һабантуйҙа район мәнфәғәтенә хеҙмәт итеүселәр бүләкләнде. Айырыуса иғтибар батыр ул үҫтергән ата-әсәләргә, тормош йөгөн үҙ иңенә алып ҡалыусы ҡатындарға бирелде. Махсус хәрби операцияла хеҙмәт итеүсе яугирҙарҙың яҡындарына хәрби хәрәкәт ветераны Артур Ғәлиев Рәхмәт хаттары тапшырҙы
Яҙғы сәсеү тамамланыуға бәйле байрамдың төп ҡунаҡтары - ер кешеһе. Шуға күрә иң ҙур иғтибар иген үҫтереүселәргә йүнәлтелә. Быйыл Бәләбәй районының сәсеү майҙандары 34 мең гектар тәшкил иткән. Ярауай культуралар 25 мең гектарҙы биләй. Шулай уҡ етен, көнбағыш, гәрсис, рапс сәселгән. Хәҙер уларҙың уңыш биререн көтөргә генә ҡала
Әлфинә Килдейәрова