Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы Башҡортостандың юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтеүсе алдынғы һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының береһе. Был күп профилле клиника составында 28 бүлексә иҫәпләнә, улар заманса ҡорамалдар менән тәьмин ителгән.
Дауаханала ике мең самаһы хеҙмәткәр эшләй. Йыл һайын улар 29 меңдән ашыу кешене дауалай, хирургтар тарафынан 19 меңгә яҡын операция яһала. Һөнәри байрамдары уңайынан һөнәри бурыстарына тоғро ҡалыусы дауахана хеҙмәткәрҙәренә лайыҡлы наградалар тапшырылды.