Радий Хабиров социаль селтәрҙә абитуриенттарға уңыштар һәм һайлаған вуздарына инеүҙәрен теләне

Төбәк етәксеһе белдереүенсә, республикала егет-ҡыҙҙар бушлай юғары белем ала алһын өсөн эҙмә-эҙлекле эш алып барыла. Быйыл, мәҫәлән, республика юғары уҡыу йорттарында былтырға ҡарағанда 512-гә күберәк бюджет урыны булдырылған, абитуриенттарға 14 мең 900-ҙән ашыу бюджет урыны тәҡдим ителә.

«Юғары мәктәпте камиллаштырыуҙы дауам итәбеҙ һәм бөгөн беҙҙең вуздарыбыҙ илдең абруйлы уҡыу йорттары менән тиңләшә ала. Бында республикала уңышлы эшләп килгән Евразия фәнни-мәғариф үҙәгенең дө өлөшө ҙур. Башҡортостан университеттары «Өҫтөнлөк -2030» федераль программаһында ҡатнаша. Өфө фән һәм технологиялар университеты нигеҙендә инженер мәктәбе уңышлы эшләй. Башҡортостан студент стартап-проекттарын хуплау буйынса ла лидерҙар исемлегендә. Беҙ шулай уҡ һәләтле студентарҙы дәртләндерәбеҙ. Университеттарыбыҙҙа олимпиадалар еңеүселәре һәм Берҙәм дәүләт имтиханын юғары балға тапшырған студенттарға юғары стипендиялар ҡаралған» - тип яҙған Башҡортостан Башлығы.