Рәсәй Хеҙмәт министрлығы 2024 йылда ял һәм байрам көндәрен күсереү тураһында проект әҙерләгән

Ведомствонан белдереүҙәренсә, ял көндәренә тура килгән барлыҡ байрам көндәре лә эш көнөнә күсерелә.

Проектҡа ярашлы, алдағы йыл башында ил халҡы 1 ғинуарҙан 8-нә тиклем ял итә. Шәмбе һәм йәкшәмбегә тура килгән 30-31 декабрҙе иҫәпкә алып, яңы йыл каникулы 10 көнгә иҫәпләнгән. Яҙғыһын рәсәйлеләрҙе 28 апрелдән 1 майға һәм 9 майҙан 12-нә тиклемге дүрт көнлөк ике ял осоро көтә.

Ватанды һаҡлаусылар көнө һәм 8 март байрамы уңайынан өс көнлөк ялдар - 23, 24, 25 февралгә һәм 8, 9, 10 мартҡа тура килә. Шулай уҡ 12 июнь - Рәсәй көнө һәм Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан 3-4 ноябрҙә ял иғлан ителә.