Республикала “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкы яугирҙәре өсөн гуманитар ярҙам йыйыу башланды

      Посылкалар “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк һәм урындағы бүлексәләрендә ҡабул ителә. Һалдаттарға эске кейем, ойоҡ, шәхси гигиена әйберҙәре, батарейка, балыҡ консервалары, быҡтырылған ит, тәмәке, шәкәр, сәй, ҡәхүә ебәрергә тәҡдим ителә. Иҫерткес эсемлектәр, аҡса, осло әйберҙәр, гаджеттар һалыу тыйыла. Бандеролдәрҙе 24 июнгә тиклем тапшырырға була. Гуманитар ярҙам йыйыу пункттарының адресы менән “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе сайтында танышырға мөмкин. Әйткәндәй, 29 июндә “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкына байраҡ тапшырыла һәм яугирҙәр махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатыла.