Хәрбиҙәр өсөн үрнәк булырҙай ҡаһарманлыҡ өлгөһө. Тап ошондай маҡтау һүҙҙәре белдереп, Башҡортостандың хәрби комиссары Михаил Блажевич «Дикий» ҡушаматлы һалдаттың тормош иптәшенә Рәхмәт хаты тапшырҙы.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыға ул хеҙмәт иткән часть командованиеһы ошо рәхмәт хаты аша хөрмәтен һәм иғтибарын еткеререгә ҡарар иткән. Эльвира Корнилованың тормош иптәше апрелдә үҙ ирке менән фронтҡа киткән. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ул үҙен һәр яҡлап өлгөлө итеп күрһәткән. Алғы һыҙыҡта илебеҙ именлеген һаҡлаусы һалдатты йортонда һигеҙ йәшлек ҡыҙы һәм ҡатыны көтә.