Һуңғы мәғлүмәттәргә ярашлы, иртә иген культуралары майҙандарҙың 19 мең гектарҙан ашыуында эшкәртелгән. Шул иҫәптән ҡоротҡостар һәм ҡый үләндәренә ҡаршы көрәш алып барыла. Шәкәр сөгөлдөрө баҫыуҙарында ла химик эшкәртеү әүҙемләшә. Яуым-төшөмдөң аҙ булыуын иҫәпкә алып, әле татлы тамыр баҫыуҙары дымды арттыра торған микроэлементтар менән туҡландырыла.