Илеш районы Теләкәй ауылы халҡы үҙ көсө менән янғын һүндереү депоһын асҡан

Хәҙер Иҫәнбай ауыл советында бындай объект икәү иҫәпләнә. Элекке кибеттең түбәһе «Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү» программаһы сиктәрендә яңыртылған, ә ауылдың Машина-трактор станцияһы янғын һүндереү машинаһы менән тәьмин иткән. Көтөп алынған мәлде янғын һүндереүселәр ярыш менән билдәләне. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Машина старт һыҙығынан шартлы янғын урынына атыла. «Ҡыҙыл әтәс» менән көрәшеү - команда эше, йыйнаҡлыҡ һәм тәртип талап итә. Финишҡа тиклем шәберәк барып етеү роль артындағы яуаплылығында. Унан һуң, эшкә ҡулына гидрант тотҡан ҡотҡарыусы тотона. Ғәҙәттән тыш хәл шарттарында һәр секунд ҡәҙерле. Янғын һүндереүсе бурысы - һыу үткәргесте тиҙерәк һүтеп, урғылып сыҡҡан һыу менән тупты бәреп төшөрөү.

Ярышта тиҙлек кенә түгел, сифат та баһалана. Ҡотҡарыусы утты һүндереп кенә ҡалмай, уның яңынан тоҡаныуын кисектерергә тейеш. Күнекмәне ярышта ҡатнашыусы 17 команда үтә. Ирекмән ҡотҡарыусылар янғынға ҡаршы дәүләт хеҙмәте менән берлектә эшләй. Улар ҡарамағында 23 техника иҫәпләнә. Ауыл халҡы тырышлығы менән урында депо ла асылған.

Быйыл йыл башынан Илеш районында 43 янғын теркәлгән, былтырғы күрһәткестәр менән сағыштырғанда, был 8 осраҡҡа күберәк. Күнекмәләрҙәге хаталар ысын янғынғандағы үлемесле фажиғәғә бәрәбәр. Шуға ла илештәр йыл һайын ошондай бәйгеләр үткәреп, техника төҙөклөгөн һынай, ҡотҡарыусыларҙың оҫталығын камиллаштыра. Янғын һүндереүселәр һәр ваҡыт сафта, әммә хәүефһеҙлек хаҡында тәү сиратта үҙебеҙгә хәстәрлек күреү зарур.

Рәзилә Ғиниәтуллина