Өфөнөң «Аҡсарлаҡ» балалар лагерында «Етегән» тип исемләнгән полилингваль слет башланды

Проект Республика Башлығы грантына, Башҡортостандың дәүләт һәм халыҡтар телдәрен һаҡлау, үҫтереү программаһын тормошҡа ашырыу маҡсатында икенсе йыл рәттән тормошҡа ашырыла.

Быйыл ошо маҡсатта 900 мең һумдан ашыу аҡса бүленгән. Балалар өсөн көн һайын төрлө телдәрҙәге саралар ойошторола. Мәҫәлән, бер көндә бар программа тик башҡорт телендә генә барһа, икенсе көн инглиз теленә арнала. Шулай уҡ билдәле шәхестәр менән осрашыуҙар ҙа үткәрелә. Бөгөн уҡыусылар йәйге Паралимпия уйындары чемпионы Михаил Зимин менән осрашты. Лагерҙа полилингваль мәктәптәр уҡыусыларынан тыш, башҡа белем усаҡтарынан олимпиада-конкурс еңеүселәре лә ял итә.

«Аҡсарлаҡ» лагерында балаларға ял итеү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған, быйыл бында яңы корпустар файҙаланыуға тапшырылған. Заманса объект балалар ял-һауыҡтырыу учреждениеларын яңыртыу федераль программаһы сиктәрендә төҙөкләндерелгән. Ойоштороусылар фекеренсә, слет уҡыусыларға онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар бирә. Бер яҡтан йыл дауамында алған белем камиллаштырыла, икенсе яҡтан тиҫтерҙәр аралаша, яңы дуҫтар таба.