Мәскәүҙә Салауат Юлаевты иҫкә алдылар

Милли батырыбыҙҙың тыуыуына 269 йыл тулыу уңайынан ойошторолған сара баш ҡалала йәшәүсе яҡташтарҙы берләштерҙе. Ҡунаҡтар алдында саҡырылған белгестәр сығыш яһаны.

Полководецтың тормошо һәм ҡаҙаныштары менән тарих фәндәре кандидаты, журналист Салауат Хәмиҙуллин таныштырһа, яҙыусы Салауат Әсфәтуллин менән 40-тан ашыу тарихи шәхестәр скульптуралары авторы Салауат Щербаковтың да сығыштары бик ҡыҙыҡлы булды. «Аҡ тирмә» фольклор ансамбле сағыу концерт номерҙары бүләк итте. Яҡташтырыбыҙ Салауат Юлаевтың 270 йыллығын лайыҡлы ҡаршы алырға тигән теләк менән таралышты.