«Өлкән быуын декадаһы»- халыҡҡа һаулыҡ пропагандалау төбәк йәмәғәт ойошмаһының «Һаулыҡ сәнғәте» авторлыҡ социаль проекты. Әйткәндәй, йәмәғәт ойошмаһы булдырылыуға 15 йыл. Декада шифаханаларҙа үтә.
Һауыҡтырыу программаһы сиктәрендә ял итеүселәр өсөн медицина белгестәре менән осрашыуҙар, йыр- бейеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре йә спорт саралары уҙғарыу, пенсионерҙарға аралашыу майҙаны булдырыу ҡаралған. Тәүге тапҡыр декада уҙған йылдың ноябрендә «Йоматау» шифаханаһында ойошторолған. Яҙғы декаданы март айында «Йәшел сауҡалыҡ» ҡабул иткән һәм йәйгеһе лә тап ошонда .