Киске сәғәт етелә Ҡала мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә башҡорт һәм татар эстрадаһының билдәле артистары ҡатнашлығында ҙур концерт була. Саранан йыйылған аҡса махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға, шул иҫәптән өлөшләтә мобилизацияға йәлеп ителгән граждандарға ярҙамға йүнәлтелә. Концертта халыҡтың яратҡан башҡарыусылары Фидан Ғафаров, Айҙар Ғәлимов, Рөстәм Ғиззәтуллин, Элвин Грей, Әнүәр Нурғәлиев, Гүзәл Уразова һәм Илдар Хәкимов, Ришат Төхвәтуллин, Зинира һәм Ризат Рамаҙановтар һәм башҡа артистарҙың сығыштары көтөлә.