Башҡортостанда халыҡты һөнәрҙәр фестивалендә ҡатнашырға саҡыралар

      23 июндә “Рәсәйҙә эш. Мөмкинлектәр осоро” тип аталған Бөтә Рәсәй вакансиялар йәрминкәһе уҙа. Республикала сара 64 майҙансыҡта ойошторола. Баш ҡалала “Өфө-Арена” спорт комплексы алдындағы майҙанда уҙғарыла. “1 меңгә яҡын ойошма һәм предприятиелар 13 мең вакансия тәҡдим итә”, - ти Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

       Өфөлә һөнәрҙәр фестивале иртәнге сәғәт 10-да башлана, киске 6-ға тиклем дауам итә. Ҡатнашыусылар өсөн 8 майҙансыҡ булдырыла. Йәрминкәгә килеүселәр психолог кәңәшен тыңлай, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша ала. Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн “Әсәй булыу – шулай уҡ һөнәр” тип аталған лекторий ойошторола. Йәрминкәнең символы итеп Ҡондоҙ һайланған.