"Махсус хәрби операцияла булған ир-егеттәр һәм уларҙың ғаиләләренә бында ла, алғы һыҙыҡта ла юридик ярҙам күрһәтелә". Башҡортостан Адвокаттар палатаһы рәйесе Булат Йомаҙилов шулай тип белдерҙе. Палата “Ватан һаҡсылары” дәүләт фонды филиалы менән яугирҙәргә хоҡуҡи ярҙам күрһәтеү тураһында килешеү төҙөнө. “Бындай документ мөмкинлектәрҙе киңәйтә”, - ти Булат Йомаҙилов.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт“Ватан һаҡсылары” дәүләт фондының төбәк филиалы Өфөнөң Минһажев урамындағы 107-се йортта урынлашҡан. Ул көн һайын иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем асыҡ була. Район һәм ҡалаларҙа социаль координаторҙар эшләй.