«Башкортостан. Хроники.» шәлкеменән яңы фильм экранға сыға

Ул махсус хәби операцияға арналасаҡ. Был турала социаль селтәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.

Кинотаҫмала һүҙ республиканың көслө һәм ҡыйыу кешеләре, заман ҡуйған яңы талаптар тураһында бара. Фильм республика матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары материалдарына нигеҙләнә. Унда фронт һыҙығында төшөрөлгән уникаль кадрҙар файҙаланылған. «Башкортостан. Хроники.» шәлкеменән яңы фильмды БСТ телеканалында иртәгә, 22 июндә һәм йома киске сәғәт етелә ҡарарға мөмкин.