Быйыл яңылыҡтар бар. Мәҫәлән, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн льготалар билдәләнде, инженерлыҡ тармағында һәм мәғлүмәт технологиялары өлкәһендә белгестәр әҙерләү өсөн өҫтәмә бюджет урындары бүленде.
Уҙған йыл менән сағыштырғанда быйыл 512-гә күберәк бюджет урыны булдырылған. Бөтәһе 15 меңгә яҡын. Өфө фән һәм технологиялар университеты тәүге тапҡыр ҙур дөйөм ҡабул итеү кампанияһын ойошторған. Был инде ике юғары уҡыу йортон берләшеү менән бәйле. Документтарҙы Карл Маркс урамы, 12 -се йорт адресы буйынса иртәге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем килтерергә мөмкин. Ҡабул итеүҙең төп этабы 3-9 августа үтә, ә өҫтәмә ҡабул итеү 29 августан да һуңға ҡалмайынса тамамланасаҡ. Документтарҙы элеккесә шәхсән, почта аша йәки уҡыу йорттары сайттары аша тапшырырға була, әммә башҡа мөмкинлек тә бар, атап әйткәндә, «юғары уҡыу йортона инеү онлайн» сервисы.
Был яңы дәүләт хеҙмәте, үҙәкләштерелгән университет базаһы һәм берҙәм портал. Тәүҙә абитуриентҡа «Дәүләт хеҙмәттәрендә» теркәлергә, артабан ғаризаны тултырырға һәм документтар сканерҙарын беркетергә кәрәк. Система формаларҙың дөрөҫ тултырылыуын тикшерә, һуңынан был эште документ ҡабул иткән юғары уҡыу йорто вәкилдәре башҡара.