Иглин районында етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балаларға фатир асҡыстары тапшырылды

Яңы төҙөлгән йорт район үҙәгенең «Жемчужина» биҫтәһендә урынлашҡан. Торлаҡ менән тәьмин итеү - Башҡортостан етәкселегенең өҫтөнлөклө бурыстарының береһе.

Быйыл Иглин районында дүрт йәш кеше торлаҡ һатып алыуға сертификат алған. Ошо көндәрҙә етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм тағы ла 7 кеше торлаҡлы булды. 450 йыллыҡ урамындағы өс ҡатлы өй барлыҡ коммуникацияларға тоташтырылған. Йәш ғаиләләр өсөн эргәлә балалар баҡсаһы һәм мәктәп булыуы айырыуса ҡыуаныс.