Театр Рәсәйҙә иң боронғоларҙан һанала, уның эшмәкәрлек тарихы ике быуаттан ашыу. «12 ултырғыс», «Алтын быҙау», «Гамлет», «Ханума́» - 5 көнлөк гастролдәр барышында теарҙың алтын фондына ингән классик спектаклдәр күрһәтелә.
Кисә Александр Грибоедовтың «Горе от ума» трагикомедияһын баш ҡала тамашасыһы аншлаг менән ҡабул итте. Бөтә әҫәрҙәр ҙә театрҙың баш режиссеры Роберт Манукян тарафынан үҙгәртеп яҙылған. Ошо көндәрҙә Калугала Өфө дәүләт академия рус драма театры актерҙары ла сығыш яһай. Шулай уҡ беҙҙең артистар «Горе от ума» спектакленең үҙ сәхнәләштереүен әҙерләй, быйыл ижади миҙгел премьера менән асыла .