Рәсәй умартасыларын баҫыуҙарҙы химик ағыулау алдынан мотлаҡ иҫкәртәләр

    Дәүләт Думаһы тейешле закон ҡабул итте. Ул киләһе йылдың 1 мартынан көсөнә инә. Ҡанунға ярашлы, пестицидтар ҡулланыуға бәйле хәбәр 10 көн алдан иғлан ителергә тейеш. Башҡортостанда умартасылыҡҡа бәйле законға үҙгәреш 2022 йылда уҡ ҡабул ителде. Хәҙер беҙҙең республика тәжрибәһе бөтә илгә таратылды.