Етенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары өсөн тауыш биреү 10 сентябргә тәғәйенләнде

Был туралағы ҡарар төбәктең Үҙәк һайлау комиссияһы ултырышында ҡабул ителде. Башҡортостан парламентына 21 йәштән өлкән Рәсәй граждандар һайлана ала. Депутаттарҙың мөҙҙәте 5 йылға тиң.

Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтайға бөтәһе 110 депутат, уларҙың яртыһы бер мандатлы округтар, ҡалғандары партия исемлеге буйынса үтә. Ултырышта шулай уҡ ойоштороу мәсьәләләре тикшерелде. Комиссия ағзалары һайлау үткәргәндә кәрәкле документтар исемлеген раҫланы, махсус һайлау иҫәптәрен асыу өсөн банк бүлексәләрен билдәләне. Бынан тыш, Күгәрсен, Мәсетле һәм Саҡмағош райондарында территориаль һайлау комиссиялары составы ҡаралды.

Һайлау кампанияһына старт бирелгәндән һуң партияларҙың төбәк бүлексәләре конференциялар үткәрә, кандидаттар тәҡдим итә, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға депутаттар һайлауҙа ҡатнашыу өсөн кандидаттар исемлеген төҙөй ала. Артабан ҡултамға йыйыу һәм теркәлеү башлана.

Илона Макаренко, Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе