Бөгөн «Өфө-арена» спорт һарайы эргәһенән ялға ҡайтҡан мобилизацияланған яҡташтарыбыҙ һәм Салауат Юлаев исемендәге оператив тәғәйенләнештәге батальон егеттәре махсус хәрби операцияға юлланды. Яугирҙарҙы оҙатырға Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, хәрбиҙәр, туғандары яҡындары килде. Алыҫ юлға сыҡҡан яҡташтарыбыҙ менән БЮТ ижади төркөмө аралашты. БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
«Өфө арена» алдында иртәндән йәнлелек, майҙанда хәрби йырҙар яңғырай, яугирҙар туғандары, яҡындары менән хушлаша. «Рахма» ҡушаматлы яугир Ғафури районынан, мобилизация иғлан ителгәс ул хәрби комиссариатҡа үҙе килгән. Хаҡлыҡ беҙҙең яҡта, дөрөҫ ҡарар ҡабул иткәнмен, ти ул. Егет әле ялға ҡайтҡан арала 14 йыл буйы дуҫлашып йөрөгән ҡыҙына өйләнешергә тәҡдим яһаған.
Яҡташтарыбыҙҙың кәйефе көр. Мобилизация иғлан ителеп тәүге тапҡыр юлға сыҡҡанда ауырыраҡ ине. Хәҙер егеттәр менән бер-беребеҙҙе беләбеҙ, татыу ғаиләгә әйләнеп өлгөрҙөк. Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ, ти улар.
Бөгөн оператив тәғәйенләнештәге Салауат Юлаев батальоны егеттәре лә бер ай ялдан һуң яңынан алғы һыҙыҡҡа юллана. Яугирҙарҙың күбеһе бушлай юллама буйынса шифаханаларҙа ял итеп өлгөргән. Республика тарафынан ярҙам ҙур, аҙыҡ-түлеккә лә, башҡа кәрәк-яраҡтарға ла ҡытлыҡ юҡ, ти яҡташтарыбыҙ.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов егеттәргә хәйерле юл теләп, иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләне. Республика алғы һыҙыҡтағылар һәм уларҙың ғаиләләре хаҡында даими хәстәрлек күрәсәк, тине Ирек Сәғитов.
Егеттәр араһында төрлө район вәкилдәре, төрлө быуын, милләт кешеләре бар. Әммә уларҙың бөтәһен дә тыуған илгә тоғролоҡ, илһөйәрлек тойғоһо бәйләй, яугирҙарҙың һәр береһе еңеүгә үҙ өлөшө индерергә ынтыла.
Рәмзиә Кәримова