Башҡортостанда иң сибәр ауыл ҡыҙы асыҡланды

   Ҡыйғы районында республика матурлыҡ һәм оҫталыҡ конкурсы үтте. Унда Дыуан, Мәсетле, Ҡыйғы, Салауат, Өфө райондарынан 20-35 йәшлек 12 гүзәл зат ҡатнашты. Ярышта Ҡыйғы районы Ибрай ауылынан китапханасы Лилиә Мөхәмәтйәнова Гран-приға лайыҡ булды.