БСТ телеканалында «Башҡортостан. Хроника» шәлкеменән яңы документаль фильм эфирға әҙерләнә

Ул махсус хәби операцияға арнала. Был турала социаль селтәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте. Кинотаҫмала һүҙ республиканың көслө һәм ҡыйыу кешеләре, заман ҡуйған яңы талаптар тураһында бара. Фильм республика матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары материалдарына нигеҙләнә. Унда фронт һыҙығында төшөрөлгән уникаль кадрҙар файҙаланылған. Был хаҡта БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова әҙерләгән репортажда.

Контроль ҡарауҙа Артур Ғәлиеа тамамланыу өҫтөндә булған фильм кадрҙарына уҡтала. Ил, республика тарихы уның тормошоноң айырылғыһыҙ өлөшө. 21 йәшлек кесе сержант һуғыш ялпнында мөһим документтар тапҡан, командирын ҡотҡарған һәм үҙе лә йәнәшәһендә танк снаряды шартлауҙан һәләк була яҙған. Ул экрандың икенсе яғында-алғы һыҙыҡта ла, тылда ла булып өлгөргән. Был премьера күптәр өсөн асыш буласағын да яҡшы белә.

Фильмды фронттағы һалдаттар һәм тылдағылаар өсөн мотлаҡ төшөрөп күрһәтергә көрөк ине.

Артур Ғәлиев, хәрби хәрәкәттәр ветераны

Беҙҙең өсөн был бик яуаплы эфир. Уны минең менән бергә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һалдат алып барырға ярҙам итәсәк. Беҙ был яуаплы эште еренә еткереп башғарасаҡбыҙ.

Лиана Кирилова, БСТ телеканалының «РЕСПУБЛИКА.LIFE» программаһы мөхәррире

Был «Башкортостан. Хроника» циклынан өсөнсө фильм, әммә махсус хәрби операция хаҡында тәүгеһе. БСТ телеканалы һәм Республика менән идара итеү үҙәге төбәк киң мәғлүмәт саралары төшөргән төплө материалдарҙы бер урынға туплап күләмле эш башҡарған.

Беҙ Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларына коллегаларыбыҙ беҙгә ебәргән ҡиммәтле кадрҙар өсөн рәхмәтлебеҙ. Материалдарҙы төшөрөүсеәләр үҙ эшен мөхәббәт менән башҡараған. Халыҡтың берҙәмлеге һәм ярҙамы һәр кадрҙа ярылып ята.

Ярослава Феоктистова, БСТ телеканалының баш режиссеры

Фильм ҡыйыу, көслө Башҡортостан кешеләре хаҡында. Алғы һыҙыҡтан уникаль кадрҙар. Ил һағында мобилизацияланыусылар һәм үҙ ирке менән фронтҡа китеүселәр ... һәм ныҡлы тыл.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса төшөрөлгән фильм республиканың махсус хәби операция барышында Башҡортстан ярҙамы, хәрби операциялағы егеттәр һәм тылдағы халыҡтың Еңеү өсөн берләшеүе, махсус хәрби операциялағыларҙы ҡайғыртыуҙан тыш, төбәктә йәшәү кимәленә лә ҙур иғтибар бүлеүе хаҡында.

Елена Прочаковская, Башҡортостан Башлығының социаль коммуникациялар буйынса идаралығы етәксеһе

Ҙур фундаменталь эштә махсус хәрби операция менән бәйле республиканың йыл ярым эсендә бер бөтөн булып йәшәйеше хронологияһы тупланған.

Был тәрән йөкмәткеле фундаменталь хеҙмәт, өс сәғәт эсендә 2022 йылдың 22 февраленән Башҡортостан тарихи йыльяҙмаһының иң мөһим, ҡыҙыҡлы биттәрен сағылдыра. Республиканың бер ҙур көс булып тупланып хәрбиҙәр һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙамы, иҡтисади үҫеш, социаль, гуманитар сфераны үҫтереүе яҡтыртылған.

Рөстәм Зарафетдинов, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры

«Башкортостан. Хроника.» фильмы премьераһы БСТ телеканалында студиялағы әңгәмә оҙатыуында үтәсәк. Кесе йома, йома көндәре киске сәғәт 7-лә күрһәтеләсәк премьераға төрлө өлкәлә эшләүсе һөнәр эйәләре саҡырылған

Гүзәл Борханова