Башҡортостан эҙәрмәндәре Бөйөк Ватан һуғышында хәбәрһеҙ юғалған һалдаттарҙың исемен асыҡлаған. Улар хаҡында Хәтер китабы нәшер ителәсәк. “Хәтер” эҙәрмәндәр отряды командиры Ғафуан Хафизов бөгөн ошо турала белдерҙе.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтҒафуан Хафизов белдереүенсә, Башҡортостандың эҙәрмәндәр хәрәкәтендә 50-нән ашыу отряд иҫәпләнә. Активистар Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙәрҙең исемен мәңгеләштереү менән шөғөлләнә, хәрбиҙәр ерләнгән урындарҙы тәрбиәләй.