Бөгөн Башҡортостанда һөнәрҙәр фестивале уҙғарыла

       Бөгөн  “Рәсәйҙә эш. Мөмкинлектәр осоро” тип аталған Бөтә Рәсәй вакансиялар йәрминкәһе уҙғарыла. Республикала был сара 64 майҙансыҡта ойошторола. Баш ҡалала “Өфө-Арена” спорт комплексы алдында үтә. “1 меңгә яҡын ойошма һәм предприятиелар 13 мең эш урыны тәҡдим итә”, - ти Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

      Өфөлә һөнәрҙәр фестивале сәғәт 10-да башлана, киске 6-ға тиклем дауам итә. Ҡатнашыусылар өсөн 8 майҙансыҡ булдырыла. Йәрминкәгә килеүселәр психолог кәңәшен тыңлай, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша ала. Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн “Әсәй булыу – шулай уҡ һөнәр” тип аталған лекторий ойошторола.