Бөгөн илдә Хәтер һәм ҡайғы көнө билдәләнә

1941 йылдың 22 июнендә фашист илбаҫарҙары Советтар Союзына һөжүм итеп, Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Ул йылдар геройҙары тураһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә Миңлеғәле Шайморатов менән Таһир Күсимовтың фотоларын ҡуйып яҙып сыҡты.

Кадрҙарҙа хәрби етәкселәр фронтҡа китер алдынан һүрәтләнгән. Төбәк етәксеһе белдереүенсә, күп кенә фотолар Милли архивта һаҡлана. Дөйөм алғанда, Башҡортостан фондтарында барлығы 7 мең берәмек кәрәкле һәм ҡыҙыҡлы мәғлүмәт иҫәпләнә.

Радий Хәбиров төрлө осорҙар тураһында фотоһүрәттәр, хаттар һәм башҡа документтар менән уртаҡлашыусы замандаштарыбыҙға, был байлыҡты һанлы форматҡа күсереүсе архив хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт белдергән. Ҡайһы бер илдәр тарихты ҡайтанан яҙырға маташҡан мәлдә был бигерәк тә мөһим, тип йомғаҡлаған һүҙен республика етәксеһе.