Башҡортостан «Хәтер шәме» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды

Бөгөн - хәтер һәм ҡайғы уртаҡлашыу көнө. 82 йыл элек тап ошо көндөң таңында Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Илебеҙ тарихында ҡара хәрефтәр менән яҙылған был дата уңайынан Башҡортостан «Хәтер шәме» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды. Йыл һайын ойошторолған сара һуғыш ҡорбандарын иҫкә алыу һәм халҡыбыҙҙың ҡаһарманлығы тураһында тарихи хәтерҙе һаҡлауҙы маҡсат итеп ҡуя. Хәтер шәмдәрен тоҡандырыуҙа БЮТ ижади төркөмө лә ҡатнашты.

Теүәл 82 йыл элек, таңғы сәғәт 4-тә фашистик Германия һуғыш иғлан итеп тормайынса беҙҙең илгә һөжүм итә. Дошман авиацияһы Советтар Союзы сигенә яҡын урынлашҡан аэродромдарҙы, тимер юлдарҙы, ғәскәри частарҙы көслө утта тота. Адольф Гитлерҙың «Барбаросс» планы буйынса, көҙгә тиклем улар илде баҫып алырға ниәтләй. Тик был һуғыш дүрт айға түгел, ә дүрт йылға тиклем һуҙыла...

Уҙған төндә республиканың бар төбәктәрендә лә «Хәтергә һаҡсыл ҡараш» акцияһы үтте. Сара сиктәрендә әүҙем йәштәр Бөйөк Ватан һуғышына арналған шиғырҙар уҡыны. Өфөнөң Совет майҙанына йыйылыусылар һуғышта һәләк булғандарҙы иҫкә алып, «Хәтер шәмдәре» ҡабыҙҙы. Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле янында май шәмдәре менән «Хәтерләйбеҙ» һүҙе яҙылды. Илһөйәрлек рухында һуғырылған акция Өфөнөң «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стелаһы янында ла үтте.

Был көн илебеҙ тарихында иң ҡайғылы дата тип иҫәпләнә. Ул совет халҡын ғына түгел, бөтә донъяны фашист иҙеүенән азат итеү өсөн көрәштең башы була. 1418 көн һәм төн дауам иткән һуғышта СССР 27 миллионлаған халҡын юғалта. Был көндө беҙ һуғыш ҡорбандарын иҫкә алып, улар алдында баш эйәбеҙ, ти акцияла ҡатнашыусы йәштәр.

Махсус хәрби операция менән бәйле быйылғы акция айырыуса әһәмиәтле. Шуға ла сараға йәштәр менән бергә һуғыш хәрәкәттәре ветерандары ла саҡырылды. Акция бер минут тынлыҡ һәм «Журавли» йыры менән тамамланды.

Илдар Байбулатов