Өфөлә Камил Йыһаншиндың «Тайга һуҡмаҡттарында» тип аталған китабының исем туйы үтте

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында яҙыусы, сәйәхәтсе Камил Йыһаншиндың «Тайга һуҡмаҡттарында» тип аталған китабының исем туйы үтте.

Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә нәшер ителгән йыйынтыҡ уҡыусыны Алыҫ Көнсығыштың тәбиғәте һәм хайуандары менән таныштыра. Йыйынтыҡҡа һыуһар -»Маха» һәм һеләүһен - «Боцман» тураһында әҫәрҙәр ингән. Өсөнсө повесть «Йомарт Буге» Уссурий тайгаһындағы бер һунар миҙгеле тураһында һөйләй. Автор хайуандарҙың ҡылыҡтарын аңларға, эҙҙәрен уҡырға өйрәтә. Балыҡсыларҙың көнкүреше, удегей һунарсыларының йәшәү рәүешен һүрәтләй. Китап мәктәп китапханаһы өсөн тәғәйенләнгән һәм 5 мең тираж менән донъя күргән.

Мин дүрт йыл Алыҫ Көнсығышта һунарсы булып эшләнем. Тайга тәбиғәте үҙенсәлекле һәм хайуандары ла. Урмандан йөрөп ҡайтҡас күргән- белгәндәремде ҡыҫҡа ғына итеп яҙып ҡуя инем. Шул хәтирәләр әҫәрҙәргә әйләнде. Был йыйынтыҡ быға тиклем дә сыҡты һәм Президент премияһына лайыҡ булды. Сираттағыһы мәктәп китапханаһына тәғәйенләнә. Тимәк, уны балалар уҡыясаҡ, ә кескәй саҡта уҡыған ғүмерлеккә иҫтә һаҡлана.

Камил Йыһаншин, яҙыусы, сәйәхәтсе