Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Шайморатов исемендәге батальон һалдаттары ялға ҡайтты

Өфөнөң Совет майҙанында яугирҙарҙы ғаиләләре, балалары, яҡындары ҡаршы алды. Автобустарҙан төшөү менән шайморатовсылар Рәсәй геройы, Донбасс өсөн тиңдәшһеҙ яуҙа батырҙарса һәләк булған, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә еңеү һәм хәтер символы булған ҡәнәфер сәскәләрен һалды.