«Алға» махсус иҡтисади биләмәһе майҙаны 300 гектарға киңәйҙе

Уға «Өфө» индустрия паркы участкаларын ҡушыу тураһында күрһәтмәгә Рәсәй хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйған. Был турала бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә яҙып сыҡты.

«Алға» ның майҙандары сикле булыуы ҙур инвесторҙарҙы махсус иҡтисади биләмәгә йәлеп итеүҙе тотҡарлап килде. Өҫтәүенә Ишембай һәм Стәрлетамаҡ районында бүленгән участкалар 80 процентҡа тулғайны. Шул уҡ ваҡытта резидент булырға теләк белдергән сит ил инвесторҙары һаны арта бара.

Хәҙер махсус иҡтисади биләмәһе 763 гектар майҙанды биләй. Яңы бүленгән участкалар Өфө районында. Бында үҫешкән транспорт һәм инженер инфраструктураһы бар. Бишенсе майҙансыҡта ағас эшкәртеү, машиналар эшләү, йорт йыһаздары етештереү, ҡағыҙ әйберҙәр сығарыу буйынса заманса предприятиелар урынлаштырыу ҡарала. Инвестицияларҙың дөйөм күләме 13 миллиард һумға баһалана. 765 яңы эш урыны барлыҡҡа килергә тейеш.